6 декабрь, Шишәмбе

07 июль 2015 йыл, 11:27

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ, тип хәбәр ителә Рәсәй Президентының рәсми сайтында. 2015 йылдың 8-10 июлендә Өфөлә БРИКС һәм ШОС саммиттары үтә, уның эшендә рәйеслек итеүсе ил башлығы сифатында Владимир Путин ҡатнаша.

БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү юлдары тикшереләсәк. БРИКС-тың яңы үҫеш банкы һәм Валюта резервтары берекмәһенең эшмәкәрлек перспективалары тураһында фекер алышыу буласаҡ.

Саралар программаһында БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған. Рәсәй Президенты БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән айырым әңгәмә үткәрәсәк. Саммит йомғаҡтары буйынса бер нисә документ ҡабул итеү планлаштырылған.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының көн тәртибендә – ойошманы артабан үҫтереү, уның халыҡ-ара ареналағы ролен нығытыу, мөһим донъя һәм төбәк проблемалары буйынса идара итеүҙе көйләү мәсьәләләре. Лидерҙар документтар йыйылмаһына, шул иҫәптән ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуясаҡ. Шулай уҡ Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү тәртибенең башланыуы хаҡында ҡарар көтөлә.

Өфөлә Владимир Путиндың БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән ике яҡлы осрашыуҙары ҡаралған.