5 декабрь, Дүшәмбе

07 июль 2015 йыл, 10:25

Өфөлә Затон йылылыҡ электр үҙәге төҙөлә башланы

фото: Андрей Старостин | видео: Ренат Искужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 6 июлдә Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһында «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филиалын – Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөй башланы. Ошо ваҡиғаға арналған тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән объект Өфөнө электр менән тәьмин итеүҙе яҡшыртырға һәм ҡаланың һалына башлаған биҫтәләрен йылылыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөү Өфөнөң энергия ҡоролмаһында энергия ҡеүәтенең дефицитын кәметәсәк, халыҡты һәм сәнәғәт объекттарын электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырасаҡ. Затон йылылыҡ электр үҙәге эшләгән йылылыҡ энергияһы менән һалына башлаған «Забелье» биҫтәһе ҡулланыусылары тәьмин ителәсәк.

– Был республикабыҙ, ҡалабыҙ өсөн мөһим һәм бик кәрәкле объект. Ошо станция Өфөлә энергия, йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтәсәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Киләһе йылда Ағиҙел йылғаһы аша икенсе күперҙе һалыу тамамланасаҡ һәм Затон яғына транспорт ағымы артасаҡ, тип хәбәр итте республика Башлығы.

«Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Ковальчук һүҙҙәренсә, проектты ғәмәлгә ашырыу 2008 йылда башланған, әммә 2010 йылда төҙөлөш эштәре туҡтатылған.

– 2010 йылдан алып 10 миллиард һум самаһы аҡса һалынған. Подрядчик менән бөгөнгө килешеү ошо уҡ суммаға финанслауҙы күҙ уңында тота. Төҙөлөш хаҡы буйынса был «Интер РАО» төркөмөндә генә түгел, илдә төҙөләсәк иң осһоҙ станцияларҙың береһе. Шуға күрә быны һөҙөмтәле проект тип иҫәпләйбеҙ. Ул эш урындарын булдырыуҙы, төбәктә «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы»ның үҫеш перспективаларын тәьмин итәсәк, – тине Борис Ковальчук.

Станциялағы ҡоролмаларҙың күбеһе Рәсәйҙә етештерелгән. Төп яғыулыҡ булараҡ тәбиғи газ файҙаланыласаҡ. 2016 йылдың аҙағында төҙөлөш эштәрен тамамлау планлаштырыла.