5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2015 йыл, 18:43

Башҡортостан аграрийҙары «Волга буйы баҫыу көнө-2015» форумында дөйәғош итен тәҡдим итәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан аграрийҙары «Волга буйы баҫыу көнө-2015» форумында ҡатнаша. Сара 7 июлдә Нижегород өлкәһендә уҙғарыла, был — ҙур агросәнәғәт йыйыны. Быйыл ул алтынсы тапҡыр үткәрелә һәм бында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ҙур агросәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәре йыйыла. Форумды Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич аса, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтенән.

«Волга буйы баҫыу көнө-2015» сиктәрендә заманса техника һәм ҡорамалдар, ауыл хужалығы малдары күргәҙмәһе ойошторола.

Форумда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Бәләбәй һөт комбинаты, «Башгусь» компаниялар төркөмө, «Алексеевка» совхозы, «Восход» Өфө икмәк берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уфимский хлеб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «УралТау» ит комбинаты, «Пищепром» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Подковка» шәхси предприятиеһы, «Великолепный страус» фермер хужалығының ҡатнашасағы билдәле.

Форум ҡунаҡтары башҡорт балын, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итә аласаҡ. Шулай уҡ сарала Ғафури районының «Великолепный страус» фермер хужалығында етештерелгән диетик продукция — дөйәғош йомортҡалары һәм уның ите тәҡдим ителәсәк.

Михаил Бабич «Волга буйы федераль округында агросәнәғәт комплексын үҫтереү» темаһына кәңәшмә үткәрә. Унда Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев ҡатнаша. Кәңәшмәлә ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы мәсьәләләре тикшереләсәк.