5 декабрь, Дүшәмбе

06 июль 2015 йыл, 18:06

Белорет районында яңы тарихи яҙыу барлыҡҡа килде

фото: Белорет районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Белорет районында яңы тарихи яҙыу барлыҡҡа килде. «Әзекәй ауылы — ҡатай төйәге!» тип яҙылған алтаҡта ауылға ингән ерҙә ҡуйылды.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был Белорет ерендә тыуған яҡтың тарихын хәтергә төшөрөүсе берҙән-бер тарихи күрһәткес түгел. Ҡаһарман ауылына ингән ерҙә, Тамьян ҡәбиләһе башлығы, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙы Рус дәүләтенә ҡушылырға өндәүселәрҙең береһе ерләнгән урында, «Шәғәле Шаҡман төйәге» тигән алтаҡта ҡуйылған.

Белешмә. Хәҙерге Белорет районы биләмәһендә элек-электән ҡатайҙар һәм тамьяндар йәшәгән. Элек был урын Өфө губернияһының Ҡатай олоҫо һаналған. Башҡорттарҙың ҡатай төркөмө — Ҡатай, көньяҡ-көнсығыш башҡорттар Тамьян ырыуына инә.