9 декабрь, Йома

06 июль 2015 йыл, 17:35

Республика вуздары конкурентлыҡҡа һәләтле һәм абитуриенттар өсөн өҫтөнлөктәр бар — Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан вуздары конкурентлыҡҡа һәләтле һәм абитуриенттар өсөн өҫтөнлөктәр бар. Был хаҡта Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин бөгөн, 6 июлдә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.  

«Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының потенциалы бик көслө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, университеттарыбыҙға реклама яһай белмәйбеҙ, — тип иҫәпләй Рәил Әсәҙуллин. — Рәсәй вуздарына мониторинг үткәреү йомғаҡтарынан күренеүенсә, республикалағы юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдары тәүгеләр рәтендә».

Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе төбәктәге һөнәри белем биреү системаһының үҙенсәлекле булыуын билдәләне. Уҡыу йорттарына бер-береһе менән ярышырға кәрәкмәй, уларҙың һәр береһе иҡтисадта үҙ өлөшөн биләй. Аграр университет — йәшел сектор, авиация иһә машиналар эшләү, нефть университеты энергетика комплексы өсөн «яуаплы».

Башҡортостанда яңы мәғариф проекты — Башҡортостан селтәрле университеты булдырыла. Һәр юғары уҡыу йортонда башҡа вуздарҙың студенттары шөғөлләнә ала. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Башҡорт дәүләт университетының лабораториялары менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була һәм киреһенсә. Бынан тыш, студенттар теләһә ниндәй вузда иң яҡшы уҡытыусыларҙың лекцияларын тыңлай ала.

Республика вуздарының тағы бер үҙенсәлеге — дуаль белем биреү системаһын үҫтереү. Программаның асылы шунда: студенттар вузда — теоретик, производствола практик әҙерлек үтә. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Эш биреүселәр союзы, ҙур сәнәғәт компаниялары менән майҙансыҡтар биреү тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.  

Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһы көслө, ул даими рәүештә нығытыла һәм яңыртыла. Улар — Мәҙәниәт һарайҙары, спорт ҡоролмалары һәм майҙансыҡтар, ятаҡтар.