6 декабрь, Шишәмбе

06 июль 2015 йыл, 16:03

Башҡортостанда ауыл советтарына депутатлыҡҡа 2223 кандидат теркәлгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа 2223 кандидат күрһәтелгән. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге бөгөн иртәнге сәғәт 8-гә мәғлүмәттәр бирҙе.

2015 йылдың 13 сентябрендә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — Башҡортостанда 53 районда (Белорет районынан тыш) урындағы үҙидараның вәкиллекле  органдарына депутаттар һайлау уҙғарыла. Ике ҡала биләмәһе Советтарына (Бәләбәй районының Приютово һәм Шишмә районының Шишмә ҡасаба Советтары) депутаттар һәм 775 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау планлаштырыла.

Һайлауҙарҙа ете меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Ошо һайлауҙарҙы муниципаль райондарҙың территориаль һайлау комиссиялары ойоштора. Уларға тейешле муниципаль берәмектәрҙең һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмәтелгән.