9 декабрь, Йома

06 июль 2015 йыл, 15:17

Өфөлә Мао Цзэдун, Абай һәм Сыңғыҙ Айытматовтың китаптарын башҡорт телендә уҡырға мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре авторҙарының әҫәрҙәре башҡорт һәм татар телдәрендә» исемле күргәҙмә асылды. Экспозицияны башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге әҙерләгән. Күргәҙмәгә Ҡытай, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстандың танылған шағирҙары һәм яҙыусыларының 50-гә яҡын китабы ҡуйылған.

Ҡытайға арналған бүлектә Чжао Шу-Лиҙың китаптары — хикәйәләре һәм билдәле «Саньливань ауылы» романы, XX быуатта йәшәгән ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре Мао Цзэдундың бер нисә хикәйәләр һәм шиғырҙар китабы урын алған. Күргәҙмәне һинд яҙыусыһы, шағир, композитор, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре Рабиндранат Тагорҙың китаптары биҙәй. Ҡаҙағстан бүлегендә ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм беренсе классик Абайҙың, ҡаҙаҡ халыҡ шағиры, донъя күләмендә билдәле аҡын Джамбулдың һәм ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург һәм ғалим Мөхтәр Ауэзовтың әҫәрҙәре ҡуйылған. Ҡырғыҙстан китаптары бүлеге Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрҙәре менән тамамлана. Экспозицияла Башҡортостанда билдәле Үзбәкстандың халыҡ шағирәһе Зөлфиәнең һәм Үзбәкстандың халыҡ яҙыусыһы Аскад Мөхтәрҙең шиғырҙары ла бар. Тажикстан әҙәбиәте менән яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм ғалим Садреддин Айниҙың прозаһы аша танышырға мөмкин, күргәҙмәгә уның «Мәктәп» әҫәре индерелгән. Шулай уҡ Азия классиктарының йыйынтыҡтары ла урын алған.

«Бөтә китаптар ҙа ҙур һорау менән файҙалана. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары алдынан әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡлы күргәҙмәгә саҡырабыҙ», — тип хәбәр итте Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте бүлеге етәксеһе Айгөл Япарова.

Инеү ирекле, күргәҙмә Ленин урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан.