10 декабрь, Шәмбе

06 июль 2015 йыл, 14:15

Йыл башынан төбәк аграрийҙарына бюджеттан 3,6 миллиард һум бүленгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Йыл башынан Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына 3,6 миллиард һум бүленгән, был, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 1 миллиардҡа күберәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин Ауырғазы районында үткән эш кәңәшмәһендә белдерҙе.

— Сумма техниканы яңыртыу, малсылыҡ биналарын, теплицалар, йәшелсәләр һаҡлау урынын төҙөү һәм реконструкциялау, күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөү буйынса программаларҙы, фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса грант программаларын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә ике кимәлдәге бюджеттан арта барасаҡ, — тип аңлатма бирҙе Илдар Тимерғәлин.

Шулай уҡ вице-премьер 2015 йылдың биш айында малсылыҡ тармағында алынған күрһәткестәр менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Ауыл хужалығы предприятиеларында малдар һаны — өс, һөт етештереү ике процентҡа кәмегән. 28 районда һауымдың кәмеүенә юл ҡуйылған. Өфө районында, мәҫәлән, хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында тулайым һауым былтырғыға ҡарағанда 91 процент тәшкил итә (853 тоннаға кәмерәк).

Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һөт етештереү уҙған йылға ҡарағанда 12 процентҡа йәки 895 тоннаға кәмегән. Район аҡсалата 14,3 миллион һум юғалтҡан. Килеп тыуған хәлдең төп сәбәбе  — 2014-2015 йылдарҙа ҡышлатыуға мал аҙығының етмәүе арҡаһында һыйырҙарҙың продуктлылығы кәмеүе. Орлоҡ миҡдарын, тоҡомло мал һатып алыу, мал аҙығын әҙерләү кампанияһын ойоштороу, яһалма аталандырыу буйынса һорауҙар байтаҡ. Хужалыҡтарҙа белгестәр етмәй, райондың ауыл хужалығы идаралығында баш зоотехник юҡ.

Миәкә районында ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һөт етештереү үткән йылға ҡарағанда өс процентҡа йәки 256 тоннаға кәмегән. Төп сәбәптәрҙең береһе — һыйырҙарҙың аҙайыуы (758 башҡа йәки 10 процентҡа). Районда ошо хәлде фермер хужалыҡтары араһында грант программаларын бойомға ашырыу иҫәбенә яйға һалырға уйлайҙар. Уның буйынса 300 баш самаһы мал һатып алыу планлаштырылған.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко киләһе йылдан һөт йүнәлеше буйынса дәүләт ярҙамы дәүләт программаһы кеүек үк маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәү нигеҙендә генә күрһәтеләсәге хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Дөйөм алғанда, республикала малдарҙың продуктлылығы артҡан, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Мәҫәлән, отчет осоронда йыл башынан һәр һыйырҙан 1674 килограмм һөт һауып алынған, был үткән йылғы күрһәткестән 47 килограмға күберәк. Бөгөнгө көндә респҡублика буйынса уртаса һауым 14,8 килограмм тәшкил итә.