Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың яңы китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы-сатирик, шағир һәм публицист Марсель Сәлимовтың «Заманына күрә көлкөһө» исемле китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора. «Сәнскеле сәсмәүер» бүлегендә — сатирик хикәйәләр, фельетондар һәм юморескалар, «Шаян шиғриәт»тә — шиғырҙар, эпиграммалар һәм мәҫәлдәр, «Сәйер сәхнә»лә — юмористик монологтар, скетчтар һәм сценарийҙар, «Ҡыҙыҡлы ҡәләм»дә сатириктың күңелле хәтирәләре, очерктары һәм яҙмалары тупланған.

Көлкө оҫтаһы үҙенең әҫәрҙәрендә йәшәйештәге мөһим проблемаларҙы күтәрә, үткән юлға йылмайып баға һәм яҡшы тормошҡа илтеүсе кире күренештәрҙән көлә.

«Әсәгә сабыйы тыуған кеүек үк яҙыусының яңы китабы сығыуы ла шундай уҡ  шатлыҡлы ваҡиға, — тип һөйләне юморист. — Өҫтәүенә миңә был «баланы» оҙаҡ көтөргә тура килде. Күп әҫәрҙәр төрлө телдәрҙәге йыйынтыҡтарҙа баҫылған, бына, ниһайәт, туған телемдә лә китабым баҫылып сыҡты!».

Яңы баҫманың тиражы — 1000 дана. Китапты «Китап» нәшриәтенең магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Марсель Сәлимов — башҡорт, рус, татар, сыуаш, болгар телдәрендә баҫылған 30-ҙан ашыу китап, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтендәге тәүге сатирик ике томлыҡ авторы. «Алеко» (Болгария), Сергей Михалков (Рәсәй) һәм Николай Гоголь (Украина) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть