4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2015 йыл, 11:02

Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең төп майҙанының исеме яҙылған күрһәткес барлыҡҡа килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең төп майҙанының исеме яҙылған күрһәткес барлыҡҡа килде. Ул Йәштәр театры янындағы Ике фонтан майҙанында ҡуйылды.

«Саммиттар алдынан ошо ҙур ваҡиғаны майҙаныбыҙҙа сағылдырырға теләнек. Халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашыусы илдәрҙең төп майҙанының исемдәре яҙылған күрһәткестәр ҡуйыу идеяһы тыуҙы. Юл күрһәткесендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең төп иҫтәлекле урындарының исемдәре яҙылған һәм йүнәлеш күрһәтелгән», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Ике фонтан майҙаны менән идара итеүселәрҙең береһе Роман Антоненко.

Күрһәткестәргә ҡарап Өфөнән Ҡаҙағстандың Бойондороҡһоҙ майҙанына, Ҡырғыҙстандың — Ала-Тоо, Ҡытайҙың  — Тяньаньмэнь, Бразилияның — Өс власть, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанына тиклем нисә саҡрым икәнлеген белергә була.