4 декабрь, Йәкшәмбе

06 июль 2015 йыл, 9:55

Башҡортостанда Яҡтыкүл отелдәре ассоциацияһы ойоштороласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Яҡтыкүл отелдәре ассоциацияһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта Әбйәлил районында уҙған Курорт һабантуйы сиктәрендә эшлекле осрашыуҙа белдерелде. Отельерҙар фекеренсә, яңы коммерцияға ҡарамаған ойошма райондың туристик зонаһында инфраструктураны үҫтерергә ярҙам итәсәк.

«Бөтәбеҙ ҙә сәйәси һәм иҡтисади хәлдең ниндәй икәнлеген күреп торабыҙ. Сит ил валюталары артҡанлыҡтан, унда сығыу отошһоҙ. Бында нимәһе насар һуң? Яҡтыкүлдә туристарға йәшәү өсөн 400-гә яҡын тәҡдим бар. Әммә барыһы ла айырым эшләй. Отель биләмәһенән сығыу менән ял итеүселәр уңайһыҙлыҡтарға осрай. Бында инфраструктура яйға һалынмаған: йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юлдар, күңел асыу паркы юҡ. Был проблемаларҙы отельерҙар үҙҙәре генә хәл итә алмай. Шуға күрә беҙ берләшергә ҡарар иттек», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына отель хужаларының береһе Григорий Косян.

Отелдәрҙән һәм ял йорттарынан тыш, ассоциацияға кафе-ресторандар ҙа инәсәк тип күҙаллана. Теге йәки был биләмәләрҙе үҫтереү, объекттар төҙөү буйынса ҡарарҙар дөйөм йыйылыштарҙа ҡабул ителәсәк. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, хәҙер ассоциация теркәлеү стадияһында. Артабан отельерҙар ял паркын һәм йәйәүлеләр юлын булдырыу буйынса программа һәм генераль план әҙерләүгә тотонмаҡсы.