8 декабрь, Кесе йома

03 июль 2015 йыл, 17:50

Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһын «Йәншишмә» гәзите ҡабул итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһы дауам итә. Бөгөн троллейбус пассажирҙарын «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите сәләмләне.

«Башҡорт драма театры» — «Колхоз баҙары» маршруты пассажирҙары алдында йәш таланттар — Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының ҡурайсылары, йырсылары сығыш яһаны. Азамат Зәйнетдинов ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаны, Әхсән Кейекбирҙин йырланы, пародиялар күрһәтте. Сарала балалар яҙыусылары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Әлфиә Әсәҙуллина һәм Рәшиҙә Бик булды.  

Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат секретары Әлиә Ғәлимова хәбәр итеүенсә, акцияла Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар пассажирҙарҙы яңы сыҡҡан китаптар менән таныштырҙы.