6 декабрь, Шишәмбе

03 июль 2015 йыл, 17:25

Башҡортостан Силәбе өлкәһе халҡына меңгә яҡын китап тапшырҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы сиктәрендә бер төркөм яҙыусылар, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре Силәбе өлкәһенә барҙы. Шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр, сатирик Венер Исхаҡов, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында, Силәбе ҡалаһында ижади осрашыуҙар үткәрҙе. Һәр осрашыуҙа бөтөн республика менән йыйған китаптарҙы тапшырҙылар.

Әҙәбиәт йылына арналған проект Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь, Ҡурған өлкәләре китапханалары һәм мәктәптәре өсөн башҡорт телендә китаптар йыйыуҙы күҙ уңында тота. Күрше өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәре ошо акцияны иғлан итеүгә нигеҙ булды. Республика йәмәғәтселеге был сараны бик хуплап ҡабул итте: йәштәр ҙә, ололар ҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһына китаптар, уҡыу әсбаптары, һүҙлектәр килтерҙе. Бөтәһе меңгә яҡын китап йыйылды.

«Беҙҙең килеүҙе ундағы милләттәштәр шул тиклем һағынып көтөп алған. Күренеп тора, шундай әҙәби осрашыуҙарға улар сарсаған. Ә инде беҙ килтергән китаптарҙы шунда уҡ яҙылып алып ҡайта башланылар. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың автографлы китаптарын силәбеләр һөйөнөп ҡабул итте», — тип һөйләне Айгиз Баймөхәмәтов.

Үҙ сиратында, Ҡоншаҡ районы хакимиәте милли әҙәбиәтте пропагандалағандары өсөн ҡунаҡтарға почет грамоталары тапшырҙы. «Башҡортостан» гәзите редакцияһы әле башҡа өлкәләргә лә сығырға иҫәп тота. Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшрите, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзите, «Шоңҡар» журналы редакциялары.