3 декабрь, Шәмбе

03 июль 2015 йыл, 16:57

Республикала Яҡтыкүлдә туристик кластерҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк

фото: Ләйлә Аралбаева

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 4 июлдә Әбйәлил районында үтәсәк Курорт һабантуйында Яҡтыкүлдә туристик кластерҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк. Бының өсөн сарала түңәрәк өҫтәл ойоштороу күҙаллана. Был турала Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Һабантуйҙың эшлекле өлөшөндә республика, Магнитогорск ҡалаһы яғынан Яҡтыкүл кластерының туристик индустрияһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Күл биләмәһендә урынлашҡан төп ҡунаҡхана һәм шифахана вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Йыл әйләнәһенә ял итеүҙе ойоштороу буйынса Яҡтыкүл кластерын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереүҙән тыш, осрашыуҙа проекттарҙы инвестициялау мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Курорт һабантуйы «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә уҙғарыла. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был яңы форматтағы байрам буласаҡ. Урал аръяғында туризмды үҫтереү маҡсатында республиканың курот төбәген презентациялау ошо ваҡиғаның нигеҙе булып тора.