9 декабрь, Йома

03 июль 2015 йыл, 16:22

Төбәктә «Тыуған ауылым» республика халыҡ байрамында ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 июлдә Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында «Тыуған ауылым» республика халыҡ байрамы ойошторола. Байрам халыҡ ижадын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт һәм татар эстрада йырын популярлаштырыуға, Рәсәй халыҡтарының милли традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән.

Киске сәғәт 5-тән 8-гә тиклем башҡорт, татар, рус, удмурт, мари милли ихаталары конкурсы була. Һәр ихатала шәжәрә, милли аш-һыу, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалымдар ҡуйыла. Байрамдың икенсе өлөшөндә йыр-бейеү, халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусылар фестивале уҙа. Сарала Башҡортостандан ғына түгел, Татарстан, Удмуртия, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе солистарының ҡатнашыуы көтөлә. Тәтешле, Борай, Асҡын райондарының, Нефтекама ҡалаһының, Пермь крайының Барҙа, Көйәҙе һәм Чернушка райондарының бейеү коллективтары сығыш яһаясаҡ. Тәтешле районының һәм Яңауыл ҡалаһының тальянсылар ансамбле, Балтас районының халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле халыҡ музыка ҡоралдары фестивалендә ҡатнашасаҡ. Программала шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының концерты ҡаралған.

Сараға 18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар саҡырыла. «Тыуған ауылым» республика байрамында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 июлгә тиклем kult-tat@rambler.ru, tat-ok@inbox.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Телефон: 8 (34778) 2-14-24, факс 8 (34778) 2-17-73.

Байрамды ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Тәтешле районы хакимиәте, Татарстандың «Салауат» театр-студияһы.