5 декабрь, Дүшәмбе

03 июль 2015 йыл, 15:16

Башҡортостан Бөйөк Ебәк юлын тергеҙеү менән ҡыҙыҡһына

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Бөйөк Ебәк юлын тергеҙеү һәм уның тармаҡтарының береһе республика биләмәһе аша үтеүе менән ҡыҙыҡһына. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы һәм Үҙәк Ҡытай телевидениеһы журналистары менән осрашыуҙа белдерҙе.

«Беҙ рәйес Си Цзиньпиндың тәҡдиме буйынса Бөйөк Ебәк юлының тергеҙелеүе тураһында беләбеҙ һәм ошо проектты тормошҡа ашырыуҙы хуплайбыҙ. 300-400 йыл элек республикабыҙ эргәһенән — Ырымбур губернияһынан Ҡытайҙы Рәсәй, Европа менән тоташтырыусы сауҙа карауандары йөрөгән. Һис шикһеҙ, Бөйөк Ебәк юлының бер тармағы республика биләмәһенән үтеүен теләйбеҙ. Беҙҙең сауҙа итерлек, Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатырлыҡ тауарҙарыбыҙ бар», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгө көндә республикабыҙ менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында тауар әйләнеше арттырыуҙы талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

«Хәҙерге көндә ул 700 миллион доллар тәшкил итә, шуларҙың 600 миллионы — Ҡытай Халыҡ Республикаһына химия, нефть химияһы, нефть эшкәртеү продукцияһын оҙатыу. Ҡытайҙан 100 миллион долларлыҡ тауар килтерәбеҙ. Әлбиттә, был бик аҙ. Республикабыҙҙың тышҡы тауар әйләнеше 15 миллиард доллар самаһы тәшкил итә. Сәнәғәтселәребеҙ алдына алдағы бер нисә йылда Ҡытай менән һатыу итеү күләмен арттырыу бурысын ҡуябыҙ», — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе фекеренсә, бының өсөн инфраструктура кәрәк. Бөйөк Ебәк юлының тауар әйләнешен үҫтереүҙә ҙур роль уйнауы ихтимал.

«Көнбайыш Ҡытайҙың сиктәрен Европа менән тоташтырыусы юл республикабыҙ аша үтһә, Бөйөк Ебәк юлының бер өлөшө булыр, тип ышанам. Әлбиттә, был төрлө транспорт юлдарының ҙур төркөмө буласаҡ. Ошо транспорт коридоры буйлап инфраструктура булдырыласаҡ, предприятие һәм производстволар, юлды хеҙмәтләндереүсе системалар барлыҡҡа киләсәк. Шуға күрә беҙ әлеге идеяны хуплайбыҙ һәм республикабыҙ биләмәһендә Ебәк юлының элементтары, иҡтисадҡа ҙур файҙа булһын өсөн булышлыҡ итәсәкбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны төбәк Башлығы.