8 декабрь, Кесе йома

03 июль 2015 йыл, 10:58

Республикала саммит ҡунаҡтары ШОС һәм БРИКС илдәренең бөтә донъя мираҫы объекттары менән таныша аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда саммит ҡунаҡтары ШОС һәм БРИКС илдәренең бөтә донъя мираҫы объекттары менән таныша аласаҡ. Үҙенсәлекле тәбиғәт һәм мәҙәни объекттар хаҡында мәғлүмәттәр ЮНЕСКО-ның республика комитеты сайтында бирелгән.

2012 йылда Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты (ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы буйынса) булдырылды, уға «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын солоҡ» зоология заказнигы һәм «Ыҡ» зоология заказнигы инә.

Шул уҡ йылда «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һәм «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын үҙ эсенә алған «Башҡорт Уралы — Урал батырҙың төйәге» ҡатнаш тәбиғи-мәҙәни объекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы  исемлегенә индерелде.