11 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2015 йыл, 17:23

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарының Ирекмәндәр штабы эшләй башланы

фото: юғары уҡыу йортоноң сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарының Ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Уның ишектәре 12 июлгә тиклем асыҡ буласаҡ. 6 июлдән ирекмәндәр тәүлек әйләнәһенә эшләй.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, уҙған көндәрҙә ирекмәндәрҙең формаһы күрһәтелде. Ҡыҙҙар — тубыҡҡа тиклем йәшел-зәңгәр күлдәк, егеттәр салбар, аҡ күлдәк, йәшел-зәңгәр төҫтәге пуловер кейә.

Саммиттар эшендә 643 ирекмән ҡатнаша. Улар ШОС һәм БРИКС саммиттарының барлыҡ майҙансыҡтарында эшләй.