9 декабрь, Йома

02 июль 2015 йыл, 16:53

Республикала цирроз менән сирләгән пациентҡа бауыр күсереп ултыртыу буйынса операция уңышлы үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда цирроз менән сирләгән пациентҡа бауыр күсереп ултыртыу буйынса операция уңышлы үтте. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, операция Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында яһалған.

Операция туғыҙ сәғәт дауам иткән. Хәҙер бауыр циррозы менән сирләгән 48 йәшлек пациенттың хәле кисерелгән операцияға тап килә. Бауыр вафат булған донорҙан күсереп ултыртылған, уның бөйөрҙәре тағы ике кешенең ғүмерен оҙайтҡан.

Башҡортостанда бауырҙы күсереп ултыртыу буйынса тәүге операция ике йыл элек яһалды, әлегеһе — етенсе. Ағымдағы йылда Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында бауырға — ике, бөйөргә — ун бер, республика кардиология үҙәгендә йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операция уҙғарылған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш трансплантологы Рифат Нуриәхмәтов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала 156 пациент донор бөйөрөнә, 55-е — бауыр, 13-ө йөрәккә «сиратта тора».

темалар: һаулыҡ һаҡлау