Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡытай ҡорамалдарында Рәсәйҙәге тәүге завод төҙөлә башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Быйыл Башҡортостанда Ҡытай ҡорамалдарында Рәсәйҙәге тәүге завод төҙөлә башлай. Һүҙ Ишембай ҡалаһындағы яңы ҡорос прокаты заводы тураһында бара. Был урындағы «Ишсталь» предприятиеһының һәм Ҡытайҙың «Цяо-Лян» ауыр сәнәғәт проектлау институты»ның проекты. Проект бөгөн Инвесторҙар йортонда Ҡытайҙың «Синьхуа» агентлығы журналистары менән осрашыу барышында тәҡдим ителде.  

«Тәүҙә ҡытайҙар беҙҙе ҡорамалдар менән тәьмин итте. Хәҙер улар — тулы хоҡуҡлы партнерҙар. Был предприятие берлектәге Рәсәй-Ҡытай проекты статусын алды, 30 проценты Ҡытайҙың «Цяо-Лян» компанияһыныҡы. Улар үҙҙәренең өлөшө иҫәбенә беҙгә ҡорамалдар килтерә, ҡалған эште үҙебеҙ башҡарабыҙ», — тип һөйләне «Ишсталь» предприятиеһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин.

Яңы предприятиела өс төр продукция сығарыласаҡ, тип хәбәр итте генераль директор: «Нигеҙҙә төҙөлөш тармағы өсөн арматура. Етештереү күләме йылына 300-320 мең тонна тәшкил итәсәк. Сеймал үҙебеҙҙеке буласаҡ. Хәҙер республикалағы металл һыныҡтарын ошо заводта эшкәртәсәкбеҙ. Бынан тыш, меңгә яҡын эш урындарын булдырыу планлаштырыла».

Хәҙерге ваҡытта Ҡытайҙа ҡорамалдар етештереү буйынса эш алып барыла, тип билдәләне предприятие етәксеһе. Ул ағымдағы йылдың декабрендә тамамланырға тейеш. Хәҙер заводты проектлау тамамланған, документтар Мәскәүгә экспертизаға ебәрелгән. 2015 йылдың июль-август айҙарында төҙөлөш эштәрен башларға һәм уны 2016 йылдың 2-3 кварталында тамамларға ниәтләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть