Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Рәсәй 24» каналында Өфө тураһында «Йәш күңелле боронғо ҡала» фильмы эфирға сыға

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары уңайынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында «Йәш күңелле боронғо ҡала» исемле фильм төшөрөлдө. Республиканың баш ҡалаһы Өфөгә арналған документаль фильм ҡаланың һәм республиканың үҙенсәлекле бренды, уның сәнәғәт предприятиелары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа объекттары хаҡында бәйән итә.

«Башҡортостан менән таныш булмаған һәр тамашасы фильм аша беҙҙең ҡаҙаныштар һәм республика халҡы тураһында белә ала, — тип һөйләне фильмдың авторы, билдәле тележурналист Гәүһәр Батталова. — Беҙ Өфө моторҙар эшләү берекмәһен, «Алексеевка» совхозын, М.Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексын, Күмертау вертолет заводын, шифаханаларҙы, юғары уҡыу йорттарын, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатын, медицина үҙәктәрен һәм башҡа бик күп объекттарҙы төшөрҙөк. Шулай уҡ республикала тыуып үҫкән танылған шәхестәр хаҡында мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ».

Режиссеры — Радик Фәтхиев, монтажлау инженеры — Әлфиә Арыҫланова, тексты Евгений Романов уҡый. Фильм инглиз телендәге субтитрҙар менән бирелә. Ошо уҡ команда ғалим-төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди, Көньяҡ Уралда дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Харис Йосопов, шағир Рәшит Назаров хаҡында фильмдар төшөргән.

Фильм ике өлөштән тора. Һәр береһе 27 минут бара. Уның беренсе өлөшө — 3 июлдә киске сәғәт 10-да, икенсеһе 6 июлдә ошо уҡ ваҡытта «Рәсәй 24» каналында эфирға сыға.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть