Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Яңы уҡыу йылына баш ҡалала 95 мәғариф учреждениеһы ремонтланасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында Өфөлә 95 мәғариф учреждениеһы: 48 балалар баҡсаһы, 43 мәктәп, дүрт өҫтәмә белем биреү ойошмаһы ремонтланасаҡ.

Бөтә мәғариф учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеге талаптарына, эргә-тирәләге биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлеккә айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау июлдең икенсе яртыһында башлана, ҡайһы берҙәрендә августа ла барасаҡ. Был ваҡытта балалар баҡсаларында кескәйҙәр аҙыраҡ, сөнки күп кенә ата-әсәләр үҙҙәре йәйге ялда.

Санитар нормаларға ярашлы, ремонт эштәре барышында балалар баҡсалары ваҡытлыса ябыла. Ата-әсәләрҙе был хаҡта ике аҙна, бер ай алдан иҫкәртәләр. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре ремонт ваҡытында сабыйҙарҙы башҡа балалар баҡсаларына урынлаштырыу кәрәклеге тураһында һорау алыу үткәрә. Ошо мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, кескәйҙәр яҡындағы балалар баҡсаларына йөрөй. Ремонт эштәренең графигы яҡындағы балалар баҡсалары бер үк ваҡытта ябылмауын иҫәпкә алып төҙөлә, тип аңлатма бирҙеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть