6 декабрь, Шишәмбе

02 июль 2015 йыл, 14:14

Өфөлә Рәсәй-Ҡытай Дуҫлыҡ йорто проекты хаҡында аныҡ мәғлүмәт билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөнөң үҙәгендә Рәсәй-Ҡытай Дуҫлыҡ йорто барлыҡҡа киләсәк. Бөгөн Инвесторҙар йортонда Ҡытайҙың «Синьхуа» агентлығы журналистары менән осрашыу барышында уның проекты күрһәтелде. Төҙөлөш хаҡында «Башинформ» агентлығына «Бан Бан» компанияһының генераль директоры Зарема Бикәнәсова хәбәр итте.

«Был проектты «Zhong Ge» компанияһы ғәмәлгә ашыра. Дуҫлыҡ йортонда «Ике йылға араһы» алмашыу клубы булыр тип күҙаллана. Ул Янцзы йылғаһының юғары һәм урта ағымы райондарының Волга буйы федераль округы менән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә ойошторола. Бинала йәштәрҙең алмашыу клубы, ҡунаҡхана, муниципаль хеҙмәттәр үҙәге, административ офистар, Ҡытай медицинаһы һарайы, Азия һәм Европа аш-һыуҙары рестораны буласаҡ», — тип һөйләне Зарема Бикәнәсова.

Төҙөлөш майҙаны яҡынса 59 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Бейек бина Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ.

«Бина фен-шуйға ярашлы итеп төҙөлә. Унда витраждар ҡуйыла, уларҙың бер яғында Бөйөк Ҡытай стенаһын, икенсе яғында Мәскәү Кремлен күрергә мөмкин буласаҡ, — тип билдәләне «Бан Бан» компанияһының генераль директоры Зарема Бикәнәсова.

Әлеге ваҡытта йомғаҡлау проектын әҙерләү буйынса әүҙем эш алып барыла. Объект тулыһынса инвестор иҫәбенә төҙөләсәк.