Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Ҡала мәҙәниәтенең боронғо элементтарын һаҡлау беҙҙең өсөн бик мөһим»

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы күҙәтеүсеһе Владислав Флярковский менән осрашты. Өфөлә алып барыусы республика Башлығының ҡушыуы буйынса яңынан эшләй башлаған телеканалдың төбәк тапшырыуҙарына старт бирҙе.

Әңгәмә былтыр декабрь айында асылған «Башҡортостан» дәүләт концерт залының фойеһында үтте.

Дәүләт концерт залының эстетикаһы хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, беҙ совет осорондағы күп кенә архитектура элементтарын һаҡлап ҡалдыҡ, ысынында иһә һәйбәт килеп сыҡты, тип билдәләне. Беҙ иҫке стеналарға «йән өрҙөк» һәм улар заманса төҫ алды, тине ул.

«Ҡала мәҙәниәтенең боронғо элементтарын һаҡлау беҙҙең өсөн бик мөһим. Өфө урамдары буйлап йөрөгәндә (беҙҙә Бөрө, Стәрлетамаҡ кеүек ҡыҙыҡлы, сауҙәгәр ҡалалары бар) XIX быуат аҙағында — XX быуат башында төҙөлгән йорттарҙы күрергә мөмкин. Беҙ уларҙы һаҡларға тырышабыҙ. Хәйер, ҡайһы саҡта быны эшләү еңел түгел, әммә иҫке биналарҙан яңы мәҙәни объекттар төҙөргә мөмкин. Хәҙер беҙ шундай сәйәсәт алып барабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть