Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Айрат Тереғолов Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Айрат Тереғолов Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнде. Ошо хаҡта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Айрат Рәүеф улы Тереғолов 1957 йылдың 30 октябрендә Өфөлә тыуған. 200-ҙән ашыу республика, зона, төбәк, Рәсәй, сит ил һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған. СССР-ҙың Рәссамдар союзы, Рәсәй Художество академияһы ағзаһы.

Айрат Тереғолов — Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Художество академияһы дипломанты, «Урал-Х» төбәк сәнғәт күргәҙмәһендә Алтын миҙалға лайыҡ булған. Уның әҫәрҙәре Рәсәй һәм сит илдәрҙәге музейҙарҙа, галереяларҙа һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть