6 декабрь, Шишәмбе

02 июль 2015 йыл, 12:03

Өфөлә БРИКС илдәренең IV Профсоюз форумы үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 9 июлдә Өфөлә БРИКС илдәренең IV Профсоюз форумы асыла. Форум Башҡортостандың Профсоюздар йортонда үтә. Уның эшендә ошо илдәрҙең 40-ҡа яҡын ҙур милли профсоюз үҙәктәре вәкилдәре ҡатнаша. Көн тәртибендә — халыҡ-ара социаль-иҡтисади хәлде тикшереү, шул уҡ көндө Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән БРИКС дәүләттәре башлыҡтарының саммитында ҡараласаҡ мөһим мәсьәләләр буйынса профсоюздарҙың позицияларын булдырыу, тип хәбәр иттеләр республика Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтендә.

БРИКС-тың Профсоюз форумы эшендә Профсоюздарҙың халыҡ-ара конфедерацияһы, шулай уҡ Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша.

Форумдың пленар ултырышында Рәсәй Хөкүмәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәренең сығыштары ла ҡаралған. Форум эшендә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы һәм төбәктең тармаҡ профсоюздары вәкилдәре ҡатнаша.

БРИКС илдәренең Профсоюз форумы ултырыштарында Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан ун өс хеҙмәтсәндәр ойошмаһының ҡатнашыуы күҙаллана. Ағымдағы йылдың апрелендә БРИКС-та рәйеслек итеү Бразилиянан Рәсәйгә күсте. Үҙенең тармаҡ профсоюздарында 23 миллион самаһы ағзаны берләштергән Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы IV Профсоюз форумын ойошторҙо. Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков пленар сессияла ҡатнашыусылар алдында доклад менән сығыш яһаясаҡ.