7 декабрь, Шаршамбы

02 июль 2015 йыл, 10:54

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 1 июлдә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дүртенсе состав Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты. Осрашыу барышында Йәмәғәт палатаһы эшенең бурыстары, халыҡҡа социаль ярҙам мәсьәләләре тикшерелде.

Республика Башлығы палатаның яңы составын эштең башланыуы, ә «Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды» етәксеһе Ольга Панчихинаны Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланыуы менән ҡотланы.

– Йәмәғәт палатаһының бынан алдағы составында эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Республикабыҙ өсөн мөһим, ҡыҙыҡлы, файҙалы эштәр башҡарылды. Йәмәғәт палатаһы, бер яҡтан, яңы идеялар тәҡдим итһә, икенсенән, ижтимағи тормошта күҙәтелгән киҫкен мәлдәрҙе хәл итте. Шулай итеп, Йәмәғәт палатаһы үҙенең кәрәклеген, мөһимлеген һәм кешеләр менән эшләй белеүен раҫланы, – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда биш меңгә яҡын йәмәғәт ойошмалары эшләй.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары хаҡында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов Өфөнөң ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рөстәм Хәмитов уңайлы ҡала мөхитен, йәмғиәттә ыңғай әхлаҡи-психологик шарттар булдырыу Йәмәғәт палатаһы хәл итергә тейешле тәү сираттағы мәсьәләләр тип атаны.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина үҙ сығышында яңы состав алдындағы мөһим бурыстарҙы билдәләне. Улар араһында йәмәғәт контролен артабан да ғәмәлгә ашырыу, республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары өсөн берҙәм көйләүсе ресурс үҙәген һәм проект майҙансығын ойоштороу, йәмәғәт сруктуралары реестрын булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы мәғлүмәт порталын әҙерләү бар.

Түңәрәк өҫтәл ваҡытында Йәмәғәт палатаһы ағзалары халыҡҡа социаль ярҙам, шул иҫәптән мәктәптә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың туҡланыуын ойоштороу, күп балалы ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер бүлеү, йәштәр өсөн торлаҡ һатып алыуға льготалы шарттар тыуҙырыу, республика ҡала һәм райондарында ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республика Башлығы Башҡорт дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцевтың Йәмәғәт палатаһы ағзаларының Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡаралған иң мөһим закон проекттарын алдан тикшереүҙә ҡатнашыуы тураһында тәҡдимен хупланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2009 йылда ойошторолдо. Уның составына 30 кеше инә. Вәкәләттәрҙең ваҡыты – ике йыл. Республика Башлығы Указы менән республика һәм йәмғиәт алдындағы хеҙмәттәре булған граждандар араһынан палатаның 15 ағзаһы раҫлана. Артабан улар конкурс нигеҙендә һайлап алыу буйынса Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһына йәмәғәт берләшмәләренең 15 вәкилен ағза итеп алыу тураһында ҡарар ҡабул итә.