Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Франция ауыл хужалығындағы ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса республикабыҙ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Франция ауыл хужалығындағы ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Үҙҙәренең уй-ниәттәрен сит ил компания вәкилдәре урындағы властар менән һөйләшкәндән һәм төбәк производстволарын ҡарағандан һуң белдерҙе. Был хаҡта Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп  итеү агентлығы хәбәр итә.

Прицеплы техника етештереү буйынса лидер һаналған «Kuhn» компанияһы республика биләмәһендә техника йыйыуға субсидия биреү шарты менән Башҡортостанда етештереүҙе башлау мөмкинлеген билдәләне. «Transplumes» компанияһы Туймазы районының «Серафимовка ҡош мамығы» предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып бара. KBS Genetic һәм Interlim Genetic Service генетика үҙәктәре, шулай уҡ «Sersia» генетик материал менән тәьмин итеү буйынса компания иң яҡшы үгеҙҙәрҙе һәм һыйырҙарҙы һайлап алыу, яңы тоҡомдар килтереү, мал тотоу шарттарын яңыртыу иҫәбенә ит, һөт етештереү күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Ашатыу өсөн продукттар етештереү һәм һатыу өлкәһендә махсуслашҡан «Pancosma» компаниялары клиенттар тапты һәм йәнә республикаға килергә ниәтләй.

22 июндә Башҡортостанға Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан-Морис Рипер етәкселегендәге рәсми делегация килде. Ҡунаҡтар төбәктең хужалыҡтарында булды, фермерҙар һәм ауыл хужалығы баҙары оҫталары менән осрашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть