4 декабрь, Йәкшәмбе

01 июль 2015 йыл, 17:39

Башҡортостанда «Рәсәй-Мәҙәниәт» каналында төбәк тапшырыуҙары эфирға сыға башланы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 1 июлдә, «Рәсәй-Мәҙәниәт» каналында төбәк тапшырыуҙары эфирға сыға башланы. Презентацияға республика етәкселеге вәкилдәре, махсус рәүештә Өфөгә килгән билдәле алып барыусы Владислав Флярковский, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары директорҙары, журналистар йыйылды.

«Ошо канал республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең бер-береһе менән аралашыу майҙансығы булыр тип ышанғы килә. Алда оҙон юл, барыбыҙ ҙа тырышырға тейешбеҙ. Беҙ Рәсәй телеканалы етәкселегенә, каналда тапшырыуҙарҙы тергеҙеү тәҡдимен индергән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа ҙур рәхмәтлебеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов.

«Рәсәй-Мәҙәниәт» каналында эфирға сыҡҡан урындағы проекттар республиканың мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы яҡтырта. Сағыу ваҡиғалар тураһында сюжеттар «Рәсәй 24» һәм «Рәсәй 1» каналдарында ла күрһәтелә.

«Баш мөхәррир Сергей Шумаковтың тырышлығы һөҙөмтәһендә һуңғы биш йылда «Мәҙәниәт» телеканалында бик күп проекттар барлыҡҡа килде. Ул иғтибарлы һәм талапсан тамашасы алдында яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Канал үҫешәсәк, хәҙер инде һеҙҙең менән бергә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владислав Флярковский.

Баш мөхәррир Татьяна Саттарова Михаил Мирошниченконың «Өфө буйлап йөрөү» һәм Наилә Сәфәрғолованың Әҙәбиәт йылына арналған «Әйтер һүҙем бар» проекттарын тәҡдим итте. Презентация барышында юбилярҙы — 50 йыл радиола эшләгән диктор Наилә Ғәләүетдинованы тәбрикләнеләр. Каналдың ветеранына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының почет грамотаһы тапшырылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл ярым элек «Рәсәй-Мәҙәниәт» каналында урындағы тапшырыуҙар туҡтатылды. Каналдың форматы элеккесә ҡала — көн һайын иртән ярты сәғәтлек «Иртә» тапшырыуы, ҡунаҡтар менән әңгәмә, Өфөлә һәм Башҡортостанда барған иң сағыу ваҡиғалар хаҡында мәҙәниәт яңылыҡтары.