5 декабрь, Дүшәмбе

01 июль 2015 йыл, 16:32

Июль баштарында төбәктә һалҡын буласаҡ, йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Июль баштарында Башҡортостанда һалҡын буласаҡ, йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Был  хаҡта Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

Был аҙнала һауа температураһы 15-22 градус йылы буласаҡ. Урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең көсәйеүе көтөлә. Аҙна уртаһында һауа температураһы түбәнәйәсәк, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге кәмейәсәк.

«Аҙнаның икенсе яртыһында һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә, был һыуыҡ һауа массаларының күсеүенә бәйле. 4 һәм 5 июлдә тағы ла һалҡыныраҡ буласаҡ, температура көндөҙ — 16, төндә 4 градус йылы, — тип аңлатма бирҙе «Башгидромет»тың матбуғат секретары Елена Орлова. — Әммә был — ваҡытлыса күренеш, киләһе аҙнала уҡ төбәктә йылыта».

Синоптиктарҙың күҙаллауына ярашлы, июлдә Башҡортостанда уртаса һауа температураһы 16-19 градус тәшкил итәсәк, был норманан бер градусҡа түбән. Яуым-төшөм кимәле 60-70 милллиметр буласаҡ.