11 декабрь, Йәкшәмбе

01 июль 2015 йыл, 15:49

Республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы башланды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды. Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Бишенсе тапҡыр үткәрелгән акцияның маҡсаты — ауыр хәлгә тарыған балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу.

«Мәктәп кәрәк-ярағын республика ҡала һәм район халҡын социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәрҙә эшмәкәрлек алып барған ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам район-ара үҙәктәренә тапшырырға кәрәк», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Бындай үҙәктәр Балаҡатай, Тәтешле, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында, шулай уҡ Октябрьский һәм Сибай ҡалаларында эшләй. Башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа уларҙың филиалдары бар. Бөтә адрестар Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында баҫылған.

Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады әйберҙәре яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тотонолған булыуы мөмкин.

Былтыр дөйөм тырышлыҡ менән алты миллион һумдан ашыу суммаға мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылды. Ул ваҡытта Башҡортостан балаларына ғына түгел, Ҡырым Республикаһының Белогорск районы уҡыусыларына ла ярҙам күрһәтелде.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған Донецк халыҡ республикаһы һәм Луганск халыҡ республикаһы балалары өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу акцияһы тамамланды. Ике аҙна эсендә республикала йәшәүселәр халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәргә алты мең самаһы мәктәп кәрәк-яраҡтарын тапшырҙы.