10 декабрь, Шәмбе

01 июль 2015 йыл, 14:57

1 июлдән коммуналь ресурстарға тариф арта

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 июлдән коммуналь ресурстарға тариф арта. Халыҡ газ өсөн — 7,5, электр энергияһына — 8,5, йылылыҡ энергияһына уртаса 11,4, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү хеҙмәттәренә 22 процентҡа күберәк түләй башлаясаҡ.

Июнь айы өсөн квитанцияла баҫылған мәғлүмәткә ярашлы, һыуыҡ һыуҙың бер кубометры — 21 һум 16 тин (2015 йылдың 1 ғинуарынан ул 18,5 һум ине), һыу бүлеү — 18,44 һум, йылылыҡ энергияһы 1774 һум 31 тин буласаҡ.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса,  ресурстар менән тәьмин итеүсе һәр ойошманың үҙенең тарифы бар, шуға күрә түләүҙәр дәүмәле араһында айырмалыҡтар күҙәтелә.

Халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең сикке индексы (уны Рәсәй Хөкүмәте билдәләй) 17,6 процент тәшкил итә. Һүҙ коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләүҙең артыуы хаҡында бара. Шуның менән бергә бер үк хеҙмәттәр күләмен иҫәпкә алып, 2014 йылдың декабрендәге һәм 2015 йылдың июль айы өсөн түләүҙәр сағыштырыла.