10 декабрь, Шәмбе

01 июль 2015 йыл, 14:21

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Курорт һабантуйы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 июлдә Әбйәлил районында, «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә, беренсе тапҡыр Курорт һабантуйы уҙғарыла. Проекттың маҡсаты — республиканы курорт төбәге булараҡ презентациялау, «Курорт һабантуйы» брендын үҫтереү юлы менән төбәккә туристарҙы йәлеп итеү, ғаилә менән ял итеү урыны булараҡ республика курортының ыңғай имиджын булдырыу.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрам программаһында милли көрәш, халыҡ ижады йәрминкәләре, фольклор-этнографик комплекста милли ихаталар күргәҙмәһе, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамашалар, милли аш-һыу күргәҙмәһе, милли уйындар эстафетаһы ҡаралған. Курорт һабантуйында тамашасылар аттар шоуын, хәрби техника, ҡорал һәм кейем күргәҙмәһен, ОМОН һуғышсыларының ҡул көрәше сығыштарын, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһен ҡараясаҡ, ялан кухняһы эшләйәсәк. Балалар һабантуйы программаһында — күңел асыу һәм спорт уйындары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар һәм бүләктәр.

Байрамда танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, Сибай дәүләт филармонияһы артистары, популяр башҡарыусы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), М.Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы студенттары, «Селяночка» казачий ансамбле, Валерий  Мастрюков, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһының ижади коллективтары сығыш яһай.

«Байрам быуаттар буйына бер биләмәлә дуҫ йәшәгән рус һәм башҡорт халҡының берҙәмлеген сағылдыра», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.