7 декабрь, Шаршамбы

01 июль 2015 йыл, 13:00

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙән эштәр ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия документтар ҡабул итеү хаҡында иғлан итте.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, положениеға ярашлы, 2014 йылдың сентябренән 2015 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн премия журналистарға, шулай уҡ уларҙың коллективтарына бирелә. Әҫәрҙәргә репортаж, очерк, документаль повесть, публицистик мәҡәләләр, теле- һәм радиотапшырыуҙар, республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында, электрон киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан фотоһүрәттәр шәлкеме, айырым китап булып нәшер ителгән материалдар инә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн гәзит, журнал редакциялары, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, урындағы телерадиостудиялар, мәғлүмәт агентлығының хеҙмәт коллективы йыйылышының протоколы; автор хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссияға ебәрелгән мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған хат; башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәргә рус телендәге аннотация; баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе тәҡдим итергә кәрәк.

Дәғүәселәрҙән әҫәрҙәр 2015 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатында). Телефон (факс): (347) 276-42-66.

1989 йылдың 8 апрелендә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында республиканың Журналистар союзы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырҙы. 1996 йылдан Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусын алды.