8 декабрь, Кесе йома

01 июль 2015 йыл, 12:11

1 июлдән эскән килеш руль артына ултырған өсөн енәйәт яуаплылығы көсөнә инә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1 июлдән эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн икенсе тапҡыр тотолған водителдәр енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш һәм 200 мең һумдан 300 меңгә тиклем штраф түләй йәки 2 йылға рәшәткә артына эләгәсәк. Яуаплылыҡ Владимир Путин ҡул ҡуйған «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә хоҡуҡ боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон менән нығытыла. Дәүләт башлығы документты 2014 йылдың 31 декабрендә хуплаған, ул бөгөн, 1 июлдә, көсөнә инә.

Иҫерек килеш рулгә ултырып, бер кешенең һәләк булыуына сәбәпсе булған водителдәр өсөн яза ҡәтғиләште: хәҙер иректән мәхрүм итеү ике йылдан да кәм булырға тейеш түгел. ТАСС хәбәр итеүенсә, шундай хоҡуҡ боҙоусыларға билдәле бер вазифалар биләү һәм эшмәкәрлек алып барыу закон тарафынан тыйыласаҡ.