7 декабрь, Шаршамбы

01 июль 2015 йыл, 11:11

Баш ҡалала «Ете ҡыҙ» фонтаны асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 30 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ете ҡыҙ» фонтанын асыу тантанаһында ҡатнашты. Билдәле башҡорт легендаһына нигеҙләнеп төҙөлгән яңы мәҙәни объект Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы Театр скверында урынлашҡан.

Фонтандың художестволы композицияһы скульпторы — Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре моделдәр сифатында сығыш яһаны.

Фонтандың уртаһында бронзанан эшләнгән ете ҡыҙ һыны ҡуйылған. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге — ике метр. Фонтан төҫлө итеп эшләнгән. Уның янында урынлаштырылған ҙур экрандан Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары күрһәтеләсәк. Фонтан төҙөүҙән тыш, сквер ҙа төҙөкләндерелгән.  

Фонтанды асыу алдынан Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры концерт программаһын тәҡдим итте, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы.