8 декабрь, Кесе йома

01 июль 2015 йыл, 10:14

Өфөгә «Синьхуа» агентлығы журналистары килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 30 июндә Өфөгә «Синьхуа» агентлығының бер төркөм журналистары килде. Делегация составында «Синьхуа» агентлығының Мәскәүҙәге Азия-Европа бюроһы директоры Фань Вэйго, шулай уҡ дүрт хәбәрсе бар. Өс көн дауамында улар баш ҡаланың 39-сы гимназияһына, Башҡорт дәүләт университетына, бер нисә сәнәғәт предприятиеһына һәм иҫтәлекле урындарға барырға ниәтләй. Шулай уҡ республика Хөкүмәтендә осрашыуҙар ҡаралған.

Белешмә. «Синьхуа» (Xinhua, «Яңы Ҡытай») — Ҡытай Халыҡ Республикаһының рәсми мәғлүмәт агентлығы. 1931 йылдың 7 ноябрендә Ҡытайҙың совет райондары вәкилдәренең беренсе Бөтә Ҡытай съезында «Хун Чжун шэ» агентлығы ойошторола. Тап ул донъяға Ҡытай Республикаһының барлыҡҡа килеүе хаҡында хәбәр итә. 1937 йылдың ғинуарында «Хун Чжун шэ» агентлығы «Синьхуа тунсюньшэ» («Яңы Ҡытай») тип үҙгәртелә. 1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан алып «Синьхуа» — дәүләт мәғлүмәт агентлығы.

Агентлыҡтың штаб-фатиры Пекинда урынлашҡан. Ҡытай биләмәһендә уның 33 хәбәрселәр бюроһы асылған. 160-тан ашыу сит ил бүлексәләре бар, төрлө илдәрҙә 2500-ҙән ашыу үҙ хәбәрселәре, фотографтар һәм операторҙар эшләй. Ҡытай теленән тыш, мәғлүмәттәр инглиз, француз, рус, испан, ғәрәп, португал һәм япон телдәрендә бирелә. 1997 йылдың ноябренән «Синьхуа» мәғлүмәттәре рәсми рәүештә интернет аша тарала. Рус телендәге редакция 1956 йылдың октябрендә ойошторола. «Синьхуа» агентлығы 100-ҙән ашыу илдең мәғлүмәт агентлыҡтары һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары менән мәғлүмәт алмашыу хаҡында килешеүҙәр төҙөгән. «Синьхуа» 20-нән ашыу гәзит-журналдар сығара. Агенствола Ҡытайҙың ҙур фотолар архивы бар. Уның коллекцияһында 2 миллион тарихи фотоһүрәттәр тупланған.