6 декабрь, Шишәмбе

30 июнь 2015 йыл, 17:57

Республикала БДИ-2015 объектив һәм асыҡ үтте — Әлфис Ғаязов

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда БДИ-2015 объектив һәм асыҡ үтте. Был хаҡта республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов «Интерфакс» агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын 22 меңдән ашыу кеше тапшырған. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын иҫәпкә алмағанда, предметтар буйынса уртаса балл күтәрелгән. 61 кеше Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙған, шулар араһында 37 уҡыусы рус теленән, 12-һе — физика, алтауһы — география, өсәүһе — химия, икәүһе — биология һәм берәүһе информатика буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Былтыр республикала 14 уҡыусы йөҙ балл туплаған. Мотлаҡ предметтарҙан минималь балл йыя алмаусыларҙың һаны һуңғараҡ  билдәле буласаҡ.

Быйыл математика база һәм профилле кимәлдәргә бүленде. Министр әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе ике кимәлде лә һайлаған.

«База кимәлендә математика буйынса имтихан биш баллы система буйынса баһаланды. Уртаса балл 4,1 тәшкил итте. Профилле БДИ ауырыраҡ булды, бында уртаса балл — 42,8», — тигән мәғлүмәттәр килтерҙе Әлфис Ғаязов.

Иң популяр фән — йәмғиәтте өйрәнеү. Уны 10403 бала һайлаған. Икенсе урында физика — 6344, химия һәм информатика.

Ведомство башлығы билдәләүенсә, «имтихандарҙа тәртип боҙоуҙар булманы: балалар белемле генә түгел, тәртипле булыуҙарын да күрһәтте. Былтырғы менән сағыштырғанда иҫкәртеүҙәр аҙыраҡ булды. Һигеҙ кеше тәртип боҙоуҙар өсөн имтихандан сығарылды. Республикала күҙәтеүселәрҙең дөйөм һаны 1669 кеше тәшкил итте».