11 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2015 йыл, 16:59

Башҡортостан Башлығын Рәсәй Һаҡлыҡ банкы республика бүлексәһенең яңы идара итеүсеһе менән таныштырҙылар

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 30 июндә Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Урал банкы рәйесе Владимиром Черкашин менән осрашты. Ул республика Башлығын банктың Башҡортостан бүлексәһенең яңы идара итеүсеһе Марат Мансуров менән таныштырҙы. Осрашыу барышында яҡтар кредит ойошмаһының төбәктәге ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу мәсьәләләрен, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан биләмәһендә эш йомғаҡтарын тикшерҙе. Бынан тыш, Өфөлә Һаҡлыҡ банкының яңы офисын төҙөү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.