8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2015 йыл, 16:41

Башҡортостан Башлығының сифат өлкәһендәге премияһына лайыҡ булыусылар билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан Башлығының сифат өлкәһендәге премияһына эйә булыусылар билдәләнде. Тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығының сифат өлкәһендәге премияһында беренсе урын Өфө дәүләт нефть техник университетына, «Мәләүез тимер бетон конструкциялар заводы», «Ҡыҙыл пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә һәм 8-се ҡала клиник дауаханаһына бирелде.

Икенсе урынға Башҡортостандың Техник инвентаризация бюроһы һәм «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» лайыҡ булды.

Тәүге урын алыусыларға Башҡортостан Башлығы премияһының эмблемаһы төшөрөлгән кубок һәм беренсе дәрәжә дипломдар тапшырыласаҡ. Икенсе урын яулаған ойошмалар дипломдар аласаҡ.