Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат төҙөргә ниәтләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Мишкә районының Ирсай ауылында ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат төҙөргә ниәтләйҙәр. Был проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә социаль объект базаһында ғәмәлгә ашырыу ҡаралған. Ике ҡатлы кирбес бина 1997 йылда һалынған, майҙаны 750 квадрат метр тәшкил итә. Мәсьәлә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ултырышында тикшерелде.

«Бөгөнгө көндә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһы етди үҙгәрештәр кисерә: дәүләт вәкәләттәренең бер өлөшөн коммерция булмаған секторға тапшыра. Ошо пансионатты социаль эшҡыуарҙарға тапшырыу күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне төбәктең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рәсих Шәмсетдинов.

Әлеге мәлдә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шәхси инвесторҙарҙан проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть