8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2015 йыл, 15:43

Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа 251 кандидат күрһәтелгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда республиканың 53 районының 775 ауыл биләмәһе Советында һайлауҙар тәғәйенләнгән. Улар быйыл 13 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Киң мәғлүмәт сараларында тейешле һайлауҙар тәғәйенләү тураһында ҡарар баҫылыу менән һайлау кампанияһы башланды. Муниципаль һайлауҙар әүҙем фазаға күсә.  

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге 9-сы яртыға республикала урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа 251 кандидат теркәлгән.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 784 һайлау кампанияһы үтә. 2015 йылдың 13 сентябрендә ете меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырыласаҡ. 50-се Туймазы һәм 15-се Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙар, Приютово һәм Шишмә ҡасаба Советтарына һайлауҙар тәғәйенләнгән. Ауыл биләмәһе Советтары депутаттарын һайлау буйынса 775 кампания, муниципаль район һәм ҡала округтары Советтарында биш өҫтәмә һайлау үтәсәк.