11 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2015 йыл, 14:31

Төбәктә Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә 55 миллион һум бүленде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә 55 миллион һум йүнәлтелде. Өфө биләмәһендә урынлашҡан парк зонаһын яңыртыу өсөн аҡсаны «Транснефть» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фондынан.

2013 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкүмәте булышлығында Социаль маҡсатлы программалар фонды «КИБА-проект» проектлаусылар төркөмө менән берлектә урман паркы биләмәһен реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса саралар проектын әҙерләне.

Бөгөнгө көнгә паркта 5,5 саҡрымдан ашыу асфальт юл һалынған, парковкалар булдырылған, футбол, мини-футбол, волейбол, баскетбол, бадминтон өсөн майҙансыҡтар әҙерләнгән. Балалар ҡаласығы төҙөлгән, ял итеү өсөн эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған, йыл әйләнәһенә эшләүсе бәҙрәфтәр урынлаштырылған.

Урман паркын реконструкциялау былтыр яҙ башланды. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо паркты төҙөкләндереү мәсьәләһен шәхси контролгә алды. Уның фекеренсә, баш ҡаланың иң ҙур йәшел скверы ҡот осҡос хәлдә, паркты тәртипкә килтереү кәрәклеге хаҡында ул бынан алдараҡ әйткәйне. Республика етәксеһе урман паркын төҙөкләндереү өмәләрендә лә ҡатнашты. Былтыр сентябрҙә парк асылды. Хәҙер уны төҙөкләндереү эштәре дауам итә һәм 2016 йылға тамамланырға тейеш. Өфө урман техникумының уҡытыу-урман хужалығы мөдире Альберт Закиров һүҙҙәренсә, парк биләмәһендә башҡа үҙгәрештәр көтөлмәй, төп бурыс — уны таҙа тотоу. Яҡын арала Сәғит Агиш урамы яғынан парковкаға асфальт һалыу планлаштырыла.

Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фондынан хәбәр итеүҙәренсә, урман паркын артабан төҙөкләндереү талап ителһә, аҡса табыласаҡ.