9 декабрь, Йома

30 июнь 2015 йыл, 12:58

Өфө студенткаһы «Волга буйы федераль округы студенттары гүзәле» исемен яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө студенткаһы «Волга буйы федераль округы студенттары гүзәле» исемен яуланы. Санкт-Петербургта үткән «Рәсәй студенттары гүзәле» II Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультеты студенткаһы Рушана Әпсәләмова менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм коммуникациялар факультеты студенткаһы Эльвира Ғәлиева ҡатнашты.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс йомғаҡтары буйынса Эльвира Ғәлиева «Волга буйы федераль округы студенттары гүзәле» тажына лайыҡ булды. Рушана Әпсәләмова Рәсәй халыҡтарының традицияларын һаҡлағаны һәм пропагандалағаны өсөн дипломы менән билдәләнде.

«Рәсәй студенттары гүзәле» бәйгеһендә илдең төрлө төбәктәренән иң яҡшы студенттар һынау тотто. Аҙна дауамында ҡыҙҙар үҙҙәренең һәләттәрен, милли кейемдәрен күрһәтте, «Балтик буйы илдәренең студент яҙы» фестивалендә ҡатнашты. Конкурс жюрийын Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Певцов етәкләне.

Конкурсты ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй Йәштәр союзы.