5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2015 йыл, 12:19

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡортостан» киностудияһының иң яҡшы фильмдары эфирға сыға

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡортостан» киностудияһының иң яҡшы фильмдары күрһәтелә. Быйыл киностудия ойошторолоуға 25 йыл тула. Республика халҡы, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары төрлө йылдарҙа төшөрөлгән уйын, документаль һәм анимация фильмдарын ҡарай ала. 30 июндән 12 июлгә тиклем ете фильм эфирға сыға.

30 июндә киске сәғәт 9-ҙа режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы «Eңмеш», 4 июлдә киске 8-ҙә «Рәхмәт» кинокомедияһын (режиссеры — Әнүәр Райбаев, Ҡаҙағстан) ҡарарға мөмкин. 5 июлдә киске 9-сы 15 минутта Булат Йосоповтың Мостай Кәримдең автобиографик повесы буйынса төшөргән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмы эфирға сыға.

7 июлдә төнгө 12-се яртыла Айнур Асҡаровтың «Әсә» мистик драмаһы күрһәтелә. 10 июлдә шул уҡ ваҡытта Булат Йосоповтың бөйөк бейеүсе Рудольф Нуриевтың яҙмышына бәйле «Визит» фильмы эфирға сыға. 11-дә киске 8-ҙә Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы» драмаһын, 12-дә 9-сы 15 минутта Булат Йосоповтың «Ауыл өҫтөндә йәйғор» мелодрамаһын ҡарарға була.

12 июлдән һуң фильмдар күрһәтеү дауам итәсәк, программа хаҡында өҫтәмә хәбәр ителәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр киностудияның матбуғат хеҙмәтендә. Бөтәһе 22 фильм күрһәтеү ҡаралған.