Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Ҡытайҙа хәрби-тарихи туризм мөмкинлектәрен күрһәтәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфө Ҡытай Халыҡ Республикаһында хәрби-тарихи туризм мөмкинлектәрен күрһәтәсәк. Башҡортостан вәкилдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһы Хунань провинцияһының Шаошань ҡалаһында туризм өлкәһендә Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса сараларҙа ҡатнаша.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Өфөнө федераль кимәлдә әҙерләнгән хәрби-тарихи маршрутҡа индереү Башҡортостан делегацияһының төп маҡсаты буласаҡ. Маршрут Ҡытай Халыҡ Республикаһынан килгән туристарға йүнәлтелгән. Ул республиканың иҫтәлекле урындары һәм совет осоро объекттары менән танышырға мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле урындарға барыу, Рәсәй һәм Ҡытай туриндустрияһы вәкилдәренең, атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһендә уртаҡ хеҙмәттәшлек буйынса симпозиумдар, презентациялар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Башҡортостандың презентацияһын үткәрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть