4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2015 йыл, 10:22

Республикала Йәмәғәт палатаһының дүртенсе составы ойошторолдо

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Йәмәғәт палатаһының яңы составы ойошторолдо. 29 июндә Башҡортостан Башлығы Указы менән раҫланған күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре конкурс нигеҙендә Йәмәғәт палатаһы составына ун биш йәмәғәт берләшмәләре вәкилен ҡабул итеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Улар — Дамир Әхтәмов, Сергей Гладких, Анатолий Дубовский, Гүзәл Егорова, Лида Исаргакова, Вәкил Ильясов, Дмитрий Казанцев, Юнир Минишев, Марат Рахманов, Тамара Танһыҡҡужина, Алина Трусова, Рим Фаррухшин, Хайрат Таҡтаев, Әнүәр Шәңгәрәев, Денис Йомаҙилов. 2015 йылдың 1 июлендә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе состав Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы буласаҡ.

«Республика Башлығы Указы буйынса Йәмәғәт палатаһы ағзалары алмаштырылды. Был бик яҡшы, был — яңы идеялар, яңы фекерҙәр, — тип иҫәпләй Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Шамил Ганцев. — Бөгөн беҙ йәмәғәт ойошмалары иҫәбенә Палатаны яңырттыҡ».

Шамил Ганцев яңы состав Башҡортостан халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн төбәк Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы менән әүҙем эш алып барыр, тигән ышаныс белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Йәмәғәт палатаһы Рәсәйҙең йәмәғәт тормошо менән берләштерелгән гражданлыҡ йәмғиәте институтына әүерелергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында»ғы Законға ярашлы, Йәмәғәт палатаһы составына Башҡортостан Башлығы раҫлаған ун биш кеше һәм йәмәғәт берләшмәһе, башҡа коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре инә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2015 йылдың 10 июнендәге 128-се указы менән Йәмәғәт палатаһының ун биш ағзаһы раҫланды.