Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Китап» нәшриәтендә ШОС һәм БРИКС саммиттарына әкиәттәр китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап уҡыусыларға ғәҙәти булмаған бүләк әҙерләне — рус телендә «Донъя халыҡтары әкиәттәре» йыйынтығы баҫылып сыҡты.

Йыйынтыҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары уңайынан донъя күрҙе. Унда башҡорт, рус, ҡаҙаҡ, һинд, бразил, Африка халыҡтары әкиәттәре тупланған. Донъя халыҡтары әкиәттәре кешенең иң яҡшы сифаттарын: аҡылды һәм юморҙы, изге күңеллелекте һәм мәрхәмәтлелекте, ҡыйыулыҡты һәм намыҫлылыҡты сағылдыра, тип хәбәр иттеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Китап 3000 дана тираж менән баҫылған. Ул кескәйҙәргә һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән. Төҙөүселәре — Екатерина Телина, Елена Арямнова, Руслан Манаков. Йыйынтыҡты рәссам Артур Василовтың һүрәттәре биҙәй.

Китапты нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть