6 декабрь, Шишәмбе

25 июнь 2015 йыл, 12:22

Республика парламентарийҙары пленар ултырышта 32 закон проектын ҡарай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы асылды. Депутаттар яҙғы сессиялағы һуңғы ултырыштың көн тәртибен раҫланы, уға 60-ҡа яҡын мәсьәлә индерелде. Шуларҙың 32-һе — республика закондары проекты. 24 закон проектын һуңғы уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителгән.

«Башҡортостан Республикаһында этил спиртын, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан проект закон статусын аласаҡ. Республикала аҙ алкоголле, тонус күтәрә торған  эсемлектәрҙе һатыуҙы тулыһынса тыйыу күҙ уңында тотола. Сөнки был эсемлектәрҙе йәштәр, атап әйткәндә, 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр эсә.

«Башҡортостан Республикаһында халыҡ дружиналары тураһында» закон проекты ла өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителгән. Документ «Граждандарҙың йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы тураһында»ғы Федераль законға нигеҙләнеп әҙерләнә. Проект Республика халыҡ дружиналары штабын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ халыҡ дружинасыларына социаль гарантиялар булдырыу ҙа ҡарала.

«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатының статусы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр йәмәғәт башланғысындағы эште башҡарыусы ярҙамсыларҙың һанын биштән ете кешегә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Еңел такси кузовының төҫтәр гаммаһын күбәйтеүсе республика законы проекты өҫтөндәге эш тамамланасаҡ.

Закон сығарыусылар иғтибарына тәүге тапҡыр 15 закон проекты тәҡдим ителә.