9 декабрь, Йома

25 июнь 2015 йыл, 11:31

Башҡортостан юлдаш телеканалы проекты Томскиҙа халыҡ-ара медиафорумда еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Томск ҡалаһында үткән VI «АҠЫЛ. XXI быуат» халыҡ-ара медиафорумында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Фән 102» проекты «Фәндәге ҡатмарлыҡтар хаҡында мауыҡтырғыс тапшырыу» номинацияһында еңеп сыҡты.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының программаһы шулай уҡ «Роскосмос» федераль йыһан агентлығының Рәсәйҙең йыһанды үҙләштереүҙәге ҡаҙаныштарына арналған темаға тоғролоғо өсөн дипломға, Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлеге Томск ғилми үҙәгенең «Фәндәге ҡатмарлыҡтар хаҡында мауыҡтырғыс тапшырыу» номинацияһында дипломға һәм Томск өлкәһе юғары уҡыу йорттары ректорҙар советының рәхмәт хатына лайыҡ булды.

«Фән 102» тапшырыуы Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштарына һәм инновациялы проекттарына бағышланған. Программала фәндең төрлө мәсьәләләре күтәрелә. Уның геройҙары – ғалимдар, инженерҙар, уйлап табыусылар. Проект киң аудиторияға иҫәпләнгән.

«Һәр программала Башҡортостан һәм Рәсәй ғилимдарының уңыштары хаҡында мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә. Гүзәл Хөрмәтова, Ярослава Феоктистова, Виталий Ермаков һәм Артур Шәфиев ҡатмарлыны тамашасыға ябай тел менән аңлатыуға өлгәшә», — тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова.